Башҡортостан һәм Ульяновск хеҙмәттәшлекте үҫтерергә ниәтләй

Республика Башлығы Радий Хәбиров өлкә губернаторы Алексей Русских менән осрашыу үткәрҙе. Унда уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре ҡаралды. Радий Хәбиров Ульяновск вәкилдәрен Башҡортостанда Евразия иҡтисади үҙәген булдырыуҙа ҡатнашырға саҡырҙы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

         Ульяновск делегацияһы Өфө һәм Стәрлетамаҡта бер нисә предприятиела булды. Өлкә губернаторы Алексей Русских әйтеүенсә, машиналар төҙөү, аҙыҡ-түлек, химия сәнәғәте һәм ауыл хужалығында хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн яҡшы мөмкинлектәр бар.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

         Республика менән идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары һәм Ульяновск делегацияһы ҡатнашлығында ҙур ултырыш үтте. Унда ике төбәк араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн айырым программа ҡабул итергә килешелде.