Бөгөн Рәсәй һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Нурия Ирсаеваға 80 йәш. Нурия Исхаҡ ҡыҙы Миәкә районы Ҡанбәк ауылында тыуа. 1965 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай. Шул уҡ йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры труппаһына эшкә ҡабул ителә. “Оҙаҡ йылдар ошо сәхнәлә уйнайым. Матур, батыр, тырыш, уңған, сая ҡатын-ҡыҙ ролдәрен башҡарҙым. Халҡыма хеҙмәт итеүем менән бәхетлемен”, - ти Нурия Ирсаева.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтНурия Ирсаева күп спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе башҡара. Сәрүәр, Ғәлиәбаныу, Ғәлиә образдары айырыуса халыҡ һөйөүен яуланы. “Нурия Ирсаева ҡатнашҡан спектаклдәргә билет ҡалмай. “Тапшырылмаған хаттар” спектаклен бер нисә тапҡыр барып ҡараныҡ. Ул пьесалағы йырҙарҙы популяр итте. Йырҙар иһә уны ысын халыҡ артисы итте”, - ти медицина фәндәре докторы, профессор Мәхмүзә Ғәйнуллина.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Беҙ, театрҙағы ир-егеттәр, Нурия Ирсаева менән бер спектаклдә уйнау тураһында хыяллана торғайныҡ”, - тип хәтерләй юбилярҙың коллегаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхтәм Әбүшахманов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРәсәйҙең халыҡ артисы Нурия Ирсаеваның юбилей бенефисы 28 октябргә тәғәйенләнгән. Нурия Исхаҡ ҡыҙын ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән тәбрик итәбеҙ! Сәләмәтлек, ижади уңыштар теләйбеҙ.