Башҡортостанда суд приставтары мобилизацияланған граждандарға бурыстарын түләүҙе кисектерҙе

Хәрби хеҙмәт үткәндәргә ҡарата бурыстарға бәйле эштәр ваҡытлыса туҡтатыла. Мобилизацияланған егеттәр йәки уларҙың туғандары суд приставтарына мөрөжәғәт итә ала йәки дәүләт хеҙмәттәре порталында ғариза ҡалдырырға мөмкин. Бөгөнгә мобилизацияланған граждандарҙың 30 миллион һумлыҡ бурысы йыйылған.