Башҡортостанда мобилизацияланған ир-егеттәр өсөн халыҡтан аҡса тупланмай

Ҡораллы көстәргә алыныусылар өсөн аҡса йыйыла тигән мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тап килмәй.- Был – фейк! Мутлашыусылар бар, шуға билдәһеҙ һандарға аҡса күсерергә ярамай, - тип иҫкәртәләр Хөкүмәттән. Яугирҙарға ярҙам итергә теләүселәргә һәр район һәм ҡалала булдырылған ирекмәндәр штабына барырға кәңәш итәләр. Эшҡыуарҙар аҡсалата ярҙамды социаль маҡсатлы программалар фонды аша тапшыра ала.