Өлөшләтә мобилизацияға бәйле ялыуҙарҙы Дәүләт хеҙмәттәре порталында ҡалдырырға була

Бөтә мөрәжәғәттәр Республика менән идара итеү үҙәгенә ебәрелә. Артабан улар хәрби комиссариаттарға һәм башҡа ведомстволарға юллана. Дәүләт хеҙмәттәре порталында “Доброволец бул” тип аталған сервис булдырылған. Унда махсус хәрби опрацияла ҡатнашырға теләүселәр хәбәр ҡалдыра ала. Башҡортостанда төҙөлгән батальондарға ҡушылыу өсөн райондағы хәрби комиссариатарҙа ла ғариза бирергә була. Рәсәй Оборона министрлығының “ҡыҙыу элемтә” телефоны: 8-800-100-77-07.