Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 20 октябрҙә үткән пленар ултырышында Башҡортостандың хәрби комиссары депутаттарҙың һорауҙарына яуап бирәсәк. Был турала бөгөн Президиум ултырышында белдерелде.
Республика парламенты киләһе ултырышта тиҫтәләп ҡануни документты ҡарарға ниәтләй. Әле ултырыштың повесткаһын формалаштырыу бара. Депутаттар Конституция судын Конституция советы итеп үҙгәртеү, был органдың эш тәртибе һәм вәкәләттәре, песпубликаның дәүләт-шәхси патнерлығы проекттарында ҡатнашыуы, инновация эшмәкәрлеге, эшҡыуарлыҡ һәм башҡа көнүҙәк темалар буйынса закон проекттарын ҡарай.
Пленар ултырышта шулай уҡ Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевичтың ҡатнашыуы көтөлә. Ул депутаттарҙың һорауҙарына яуап бирәсәк.
Рәмзиә Кәримова