Баш ҡалала Армавир һәм Мөбәрәков урамдары араһында күпер төҙөлә башланы

Әле эшселәр 16-сы бағананы ҡаға. Йәмғеһе үткәүел 28 терәүҙән торасаҡ. Ә уның аҫтынан Генерал Рыленко урамы буйлап төҙөлгән яңы юл үтәсәк. Был проект көньяҡ ҡапҡаларҙың бер өлөшө.

Бағана ҡағыусы техника бырауын сантиметрлап тиерлек ер аҫтына батыра. Эш күптән башланһа ла, әле 28 терәүҙең ун алтыһы ғына ҡуйылған. Сөнки буласаҡ күпер урыны бағаналарҙың тәрән ултыртылыуын талап итә. Ни тиһәң дә үткәүел йырын өҫтөндә ҡорола.

Ҡеүәтле эскаваторҙар ағас өйҙәрҙе шырпы ҡабындай емерә. Йырын ситендә урынлашҡан иҫке йорттарҙы һүтергә ҡарар ителгән. Сөнки ике урамды тоташтырыусы үткәүел 72 метр буласаҡ. Йәмғеһе 36 йорт һәм ихата боҙолоп сүплеккә ырғытыласаҡ.

Әле Генерал Рыленко урамында төҙөлгән утыҙҙан ашыу йортто һүтергә килешелгән. Һәр бер хужа менән айырым һөйләшеүҙәр алып барыла. 105 милексенең етмеш өсө хәбәрҙар. Ҡаршы булыусылар юҡ. Халыҡ мөһим инфраструктура объекты төҙөлөшөнә аңлы ҡарай.

Артур Раянов, Өфө ҡалаһы хакимиәте төҙөлөш, юл ремонты һәм яһалма ҡоролмалар идаралығының капиталь төҙөлөш бүлеге баш белгесе

Үҙәнде тәртипкә килтереү ҙә еңелдән түгел, ти төҙөүселәр. Уны киңәйтеү өсөн мең йөк автомобиле балсыҡ, ҡом сығарылған. Йырындан ағып ятҡан бәләкәй генә йылға өсөн махсус улаҡтар яһалып ер аҫтынан үткәрелгән.

Пугачев урамы менән Софья Перовскаяны тоташтырасаҡ юл 2024 йыл аҙағына файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Улы алты һыҙатлы булыр тип көтөлә. Уның барлыҡҡа килеүе баш ҡаланан сығыу юлында транспорт хәрәкәте көсөргәнешлеген күпкә кәметә.

Иршат Айсыуаҡов Өфө ҡалаһы хакимиәте төҙөлөш, юл ремонты һәм яһалма ҡоролмалар идаралығының капиталь төҙөлөш бүлеге етәксеһе

Айнур Кәбиров