Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Ҡужан ауылы эргәһендә «Лада Ларгус» менән «Лада гранта» бәрелешкән.
Тәүге машина водителе һүҙҙәренсә, юлға аттар ҡапыл килеп сыҡҡан. Уларға бәрелмәҫ өсөн ҡаршы һыҙатҡа сығыу аварияға килтергән. Зыян күреүселәр юҡ, осраҡ буйынса тикшереү уҙғарыла.
Күптән түгел Ишембай районы Восток ауылы эргәһендә лә ҡарауһыҙ йөрөгән малға бәйле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгәйне. Ишәй ауыл биләмәһе башлығы Илдар Таһиров билдәләүенсә, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барылһа ла, ҡайһы берәүҙәр малды көтөүгә ҡыуыу талабын инҡар итә.
Гөлназ Хәйбуллина