Республика балалар клиник дауаханаһына – 50 йыл

Юбилей уңайынан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында байрам концерты ойошторолдо. Сараға бөгөн балалар һаулығы һағында торған табитар, дауаханаға нигеҙ һалыуға тос өлөш индергән ветерандар, федераль клиника белгестәре саҡырылды. Лилиә Мәҡсүтова әҙерләгән яҙмала.

Ваҡытынан алда донъяға килгән килограмм ярымлыҡ ҡыҙҙы табиптар күңел йылыһын һалып тәрбиәләй. Республика балалар клиник дауаханаһының реанимация бүлегендә эшләүсе белгестәргә етлекмәй тыуған малай-ҡыҙҙар менән эшләргә лә тура килә. Аҡ халатлылар ауыр хәлдә ваҡытынан алда тыуған бәпестәрҙең ғүмерен 95-100 процентҡа тиклем һаҡлап ҡала. Ашығыс ярҙам хеҙмәте республика райондарында ла тынғыһыҙ эшләй – алыҫ ауылдарҙан көнөнә 2-3 сабый килтерелә.

2020 йылда дауаханала төбәктә беренсе балалар гинекологияһы бүлеге асылған. Бында тыумыштан алып 18 йәшкә тиклем ҡыҙҙар дауалана, енси ағзалар менән ҡатмарлы сирҙәргә иғтибар бүленә.

Республика балалар клиник дауаханаһы 1972 йылда тәүге тапҡыр үҙ ишектәрен аса. Дауахана 500 бала өсөн иҫәпләнгән була. Бөгөн иһә дауалау учреждениеһында эшләүсе табиптар һәм шәфҡәт туташтары һаны ике тапҡырға күберәк. Кохлеар имплантация, ағзаларҙы күсереп ултыртыу, эндоскопик әмәлиәттәр – дауаханала тотош илдә һирәк эшләнә торған операциялар башҡарыла.

Республикала иң мөһим пациенттар – кескәйҙәр һаулығы һағында тәжрибәле табиптар тора, уларҙы дауалауҙа алдынғы алымдар ҡулланыла тип билдәләнде тантанала.

Республика балалар клиник дауаханаһы балаларға сифатлы ярҙам биреү өлкәһендә илдә лидерҙар рәтендә. Яңы технологиялар индереү, ҡатмарлы операциялар эшләү, дауалау һөҙөмтәһе һәм башҡа бик күп күрһәткестәр буйынса ул хөрмәт ҡаҙанған дауахана. Былар барыһы ла тәү сиратта белгестәрҙең юғары квалификациялы, белемле булыуы, бар күңелен биреп эшләүе тураһында һөйләй.

Владимир Круглый, Федерация Советы сенаторы

Балалар дауаханаһы эшләй башлаған йылдарҙан алып бөгөнгәсә ныҡ үҙгәрҙе, тип хәтерләй ветерандар. Хәҙер операциялар яңы ысул менән яһала, табиптарҙың эшен техника еңеләйтә, балалар тиҙерәк һауыға тип хәтерләй дауахана ветерандары. Бөгөн ул федераль кимәлдә танылыу яулаған алдынғы клиникалар рәтендә.

Тантана һуңында тармаҡ алдынғылары тәбрикләнде. Балалар һаулығы һағында тороусы аҡ халатлылар маҡтаулы исемдәр, диплом һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Лилиә Мәҡсүтова