Яҡташ әҙиптәр хөрмәтенә музей

Баймаҡ үҙәк китапханаһында Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы уңайынан ошо районда тыуып үҫкән шағирҙар һәм яҙыусыларға арналған әҙәбиәт кабинет-музейы асылды. Был көндә төбәктең китап һөйөүселәре баш ҡаланан килгән ижадсылар менән осрашты.

Баймаҡ районы республикала таланттарға бик бай яҡ булып танылған. Башҡорт әҙәбиәтенә тос өлөш индергән яҡташ шағир‐яҙыусыларыбыҙҙың әҙәби мираҫын һаҡлау, Тормош юлын, ижадын тәрәнерәк өйрәнеү маҡсатында музей булдырылды.

Музей асылыуы тураһында ишеткәс яҙыусылар үҙҙәре, уларҙың туғандары уны тулыландырыуға ҙур өлөш инедерә. Берйән Байымдың «Смена» фотоаппараты, Наил Ғәйетбаевтың оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән баҫыу машинкаһы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевҡа Ҡарағалпаҡ АССР‐ ынан бүләк ителгән елән, халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова музейға тип тапшырған Урта Азиянан ҡайтарылған сәтләүек формаһындағы һауытҡа 100 йылдан ашыу. Бындағы һәр әйбер яҙыусы, шағирҙар тураһында һөйләй. Уларҙың күңел йылыһын һаҡлай.

Музей эше бының менән генә тамамланмаясаҡ, ул артабанда дауам итәсәк, тулыланасаҡ. Был әҙәбиәт кабинет музейы киләсәктә бигерәк тә йәш быуынға рухи тәрбиә биреү яғынан ҙур әһәмиәткә эйә булыр.

Әҙәбиәт кабинет музейы 27 яҡташ яҙыусы тураһында бик бай материал туплаған. Бында килеүселәр шәхестәрҙең шәхси әйберҙәре, фотолары, хаттары, китаптары, ҡулъяҙмалары менән дә таныша ала. Әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн был оло бүләк.