Республика менән идара итеү үҙәгендә ултырыш уҙҙы. Унда Федераль ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыу агентлығы рәйесе Евгений Петров һәм Федераль тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү хеҙмәте етәксеһе Светлана Радионова ҡатнашты. Республикала ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыу өсөн 670 федераль лицензия ғәмәлдә. Урал аръяғында алтын табыуға 64 рөхсәт ҡағыҙы бирелгән. Баймаҡ һәм Учалы райондарында етди етешһеҙлектәр асыҡланған. Шуға федераль агентлыҡ лицензияны тартып алырға ҡарар иткән. Республика етәкселеге законға үҙгәреш тәҡдим итә. Федераль лицензияны алыу өсөн ер участкаһы хужаһы рөхсәте кәрәк һәм урындағы үҙидаралыҡ менән килешеү төҙөлөргә тейеш.