Өфөнөң «Магеллан» компанияһы хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтә

Махсус обмундирование тегеүсе ойошма үҙенең айлыҡ килеменең ун проценты күләмендә хәрби кейемдәр оҙата. Был юлы предприятие өс йөк автомобиле экипировка, кейемдәр һәм хәрби кәрәк-яраҡтар оҙата.

Хәрбиҙәргә һәм көс структураларына форма тегеүсе компания хәйриәлек менән күптән шөғөлләнә. Тәүҙә улар кадет корпустарына, Юнармеецтарға ла мундирҙар теккән. Хәҙер иһә ярҙам һалдаттарға оҙатыла. Сөнки улар хәрби операциялар, локаль бәрелештәрҙең барплыҡ ауырлыҡтарын, үҙенсәлектәрен яҡшы белә. Ныҡлы тыл, тәьминәт булмай тороп бер ниндәй көрәште лә еңеп булмай, ти улар.

Быға тиклем беҙ патриотик тәрбиә биреүгә үҙ өлөшөбөҙҙә индереп, кадет корпустарын форма менән тәьмин иттек. Махсус операция иғлан ителеү менән хәрбиҙәргә лә гуманитар ярҙам оҙата башланыҡ. Башлыса яңы барлыҡҡа килгән батальондар, үҙ теләге менән махсус операцияға ҡушылғандарҙы кейендерәбеҙ. Беҙ Советтар союзы тарҡалғандан алып барлыҡ бәрелештәрҙә лә тәьминәт менән шөғөлләндек. Шуға күрә хәрби операциялар һөҙөмтәһе кейемгә ныҡ бәйле икәнен яҡшы беләбеҙ.

Игорь Шальнов, «Магеллан» компаниялар төркөмө милексеһе

Утыҙ йыл эшләү осоронда «Магеллан» предприятиеһы байтаҡ хәрби кампаниялар тәьминәтен ойоштороуҙа ҡатнашҡан. Һыу, йылылыҡ, яҡтылыҡ булмаған хәрби бәрелештәр шартарында һалдаттар тик кейемгә генә өмөт итә ала. Шуға ла ойошма хәрби костюмдарҙы камиллаштырыу, операция шарттарын иҫәпкә алып төрлө өҫтәмәләр индереү менән шөғөлләнә.

Күптән түгел генә компания вәкилдәре ялға ҡайтҡан Шайморатовсылар менән осрашып хәҙерге һуғыш алып барыу үҙенсәлектәрен өйрәнгән. Тиҙҙән улар тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алып тулыһынса беҙҙең илдә уйлап сығарылған тактик кейем сығармаҡсы.

Беҙҙең тегеү фабрикаһы илле төрҙән ашыу обмундирование етештерә. Төрлө шарттар иҫәпкә алына. 40 градус эҫенән алып 50 градус һыуыҡҡа тиклем һаҡлаған хәрби костюмдар тегәбеҙ. Украинала барған хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙ был ярҙамға мохтаж һәм кейемдәрҙең бар уңайлыҡтарын да һынап ҡарарбыҙ тип ышанабыҙ.

Владимир Наумов, «Магеллан» тегеү фабрикаһы вәкиле

Айнур Кәбиров