Мобилизацияға саҡырылыусыларҙың ғаиләләре тиҙләтелгән режимда күсемһеҙ милеккә хоҡуғын теркәй ала

Республиканың барлыҡ күп функциялы үҙәктәрендә лә белгестәр мобилизация тураһында повесткаһы йәки хәрби комиссариаттарҙан белешмәләре булған граждандарҙың документтарына айырым билдәләр ҡуйып, күсемһеҙ милеккә хоҡуҡ теркәү процедураһын тиҙ арала үткәрәсәк.

Бынан тыш, ведомствонан белдереүҙәренсә, бындай ғаризалар менән мөрәжәғәт итеүселәргә күсемһеҙ милекте законлаштырыуға бәйле килеп тыуған барлыҡ һорауҙар буйынса ла ярҙам күрһәтелә.