Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты нигеҙендә Рәсәй геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылыу айҡанлы тарихсылар менән осрашыу үтте. Тематик лекцияла тарих уҡытыусылары, мәктәп музейҙары директорҙаы, студенттар ҡатнашты.
Тарих фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты доценты Рәмил Рәхимов тарихи шәхес Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған һәйкәлдең әһәмиәте тураһында һөйләне. Шайморатовтың ҡаһарманлығы онотолмай, уның тормошо һәм хәрби юлы тураһындағы мәғлүмәттәр китаптарҙа тарихи ысынбарлыҡҡа тап килергә тейеш, тип билдәләне. Шайморатовсылар кластарын асыу, монументаль апостамент киләһе быуынды тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерә.
Лилиә Мәҡсүтова