Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында грэпплинг буйынса ярыш үтте

Спортсылар бәйге тотто. Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында грэпплинг буйынса ярыш үтте. Унда Сибай ҡалаһының «Кобра» спорт мәктәбе үҫмерҙәре көс һынашты.

Грэпплинг – заманса спорт төрө, ул бер нисә алыштың техник алымдарын үҙ эсенә ала. Хәүефле булыуына ҡарамаҫтан, балаларҙың был спорт төрө менән ҡыҙыҡһыныуы ҙур. Иҫке Сибай ауылында уҙған ярышта 20 килограмдан алып 55 килограмға тиклемге ауырлыҡтағы 30-ға яҡын спортсы ҡатнашты. Егеттәр менән бер рәттән Камила Кәримова ла көс һынашты.

Иң йәш ҡатнашыусыға – 5 йәш. Уларҙың сығышын ҡарарға, дәртләндереп торорға спортсыларҙың ата-әсәләре, яҡындары ла килде. «Егеттәр физик яҡтан көслө булырға тейеш.Шуға ла балаларыбыҙҙың грэпплингҡа ылыҡтырабыҙ», – ти улар.

Сибайҙа «Кобра» спорт клубы бер йыл элек асыла. Уның тренеры – Хәйбулла егете, ҡатнаш көрәш сәнғәте буйынса Европа беренселеге призеры Динар Саниев. Быға тиклем ул Приморск крайында эшләй, тыуған яғында был спорт төрөн үҫтереү маҡсаты менән Сибайға ҡайта. Әле спорт түңәрәгенең филиалдары Иҫке Сибай ауылында һәм Таулы ҡасабаһында уңышлы эшләй.

Баймаҡ ҡалаһының икенсе мәктәбе уҡыусыһы Әмир Хибатуллин менән Юлыҡ егете Аслан Миннибаев – ярышта үҙ категорияларында беренсе урын яуланы. Еңеү көндәлек күнекмәләр һөҙөмтәһе.

Спорт – сәләмәтлек нигеҙе. Әүҙем тормош алып барған балалар көслө рухлы,тырыш,маҡсатлы була. Киләсәктә грэпплинг төбәктә киң үҫеш алыр һәм билдәле спортсылар үҫтерер.

Альбина Байегетова