Премия көн һайын ил тормошон яҡшыртыуға үҙ көсөн һалған, һаулығына һәм ғүмеренә янаған хәүефкә ҡарамай, үҙ эшен яуаплы башҡарыусыларҙы билдәләү маҡсатында Халыҡ фронты башланғысы менән булдырылған.
Бүләкләнеүселәр араһында уҡытыусылар, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре, журналистар, ҡотҡарыусылар, ирекмәндәр бар. Улар бар булмышы менән илен, халҡын, үҙ һөнәрен яратҡан кешеләр, донъяны яҡшыртыуға тос өлөш индергән шәхестәр, тип билдәләнде тантанала. Сараға уҡыусылар, шайморатовсылар, кадет мәктәбендә уҡыусылар ҙа саҡырылды
Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына Башҡортостандан гуманитар ярҙам менән өсөнсө колонна составында «Башинформ» агентлығынан журналист Азат Ғиззәтуллин һәм фотограф Олег Яровиков та барҙы. Улар юлъяҙмаларында урындағы ваҡиғалар, халыҡтың йәшәйеше, көнитмеше тураһында яҙҙы.
Лилиә Мәҡсүтова