Шәхси йортҡа кадастр паспорты һәм техник планды бушлай эшләргә мөмкин

Башҡортостандың дәүләт кадастр баһаһы һәм техник инвентаризация учреждениеһы акция иғлан итә. Бушлай хеҙмәт ведомствоның рәсми сайты аша ғаризаны онлайн тултырыусыларға ҡағыла.

Шулай уҡ хаҡлы ялдағылар документтарын офистарға килеп тапшыра ала. Башҡа ваҡытта был хеҙмәт 700 һум тирәһе тора. Акция 1 декабргә тиклем эшләй.

Шәхси йортҡа кадастр паспорты һәм уға милек хоҡуғы тураһында документ тулыһынса беҙҙең аша эшләнә. Уның өсөн күп функциялы үҙәккә барып йөрөргә кәрәкмәй.

Гөлнара Мөслөмова, Башҡортостандың дәүләт кадастр баһаһы һәм техник инвентаризацияһы бүлеге баш белгесе

Рәмилә Исмәғилева