Хәйбулла районы Вәлит ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яугирҙар иҫтәлегенә һәйкәл асылды.
Мемориал урындағы халыҡ тырышлығы менән барлыҡҡа килгән. Изге эштә ауылда йәшәүсе элекке рус теле уҡытыусыһы Нәфисә Ғатауллинаның өлөшө ҙур. Нәҡ ул ауылдаштарының исемдәрен мәңгеләштереү башланғысы менән сығыш яһап, тарихи мәғлүмәт туплауҙы үҙ өҫтөнә ала.
Мемориал урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса эшләнгән. Бында һуғышта ҡатнашҡан 76 һалдаттың исеме теркәлгән. Тантанала район хакимиәте вәкилдәре, ауыл халҡы ҡатнашты. Изге эште атҡарып сығыуға көс һалған ирекмәндәргә бүләктәр тапшырылды.
Рәзилә Ғиниәтуллина