Башҡорт әҙәбиәтендә тәрән эҙ ҡалдырған шағир, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлына һәм ижадына арналған сәхнә әҫәрен тамашасылар йылы ҡабул итте.
Тарихи спектаклдең сценарий авторы Илнур Лоҡманов Аҡмулла фәлсәфәһен, азатлығын, донъяға ҡарашын күрһәтергә тырышҡан. Унда мәғрифәтсенең ижады, тәрән йөкмәткеле шиғырҙары төп урын алып тора.
Флорида Ким