Яҡташтарыбыҙ милли традицияларға республиканан ситтә лә тоғролоҡ һаҡлай.
Осрашыуға килгән ҡунаҡтар кейеҙ баҫыу, ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, милли костюмдар, тормош-көнкүреш йыһаздары һәм башҡорт рәссамдары күргәҙмәһе менән танышты. Сара милли коллективтар һәм башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары сығышы менән үрелеп барҙы.
Гүзәл Борханова