Өфөлә 2014 йылда тыуған малайҙар футбол түңәрәгенә саҡырыла

Сәләмәт бала саҡ. Өфөлә 2014 йылда тыуған малайҙар футбол түңәрәгенә саҡырыла. Солтанов урамындағы 31-се һанлы спорт мәктәбендә егеттәр физик сәләмәтлеген нығытып, футбол уйнарға өйрәнә.

Тәжрибәле тренерҙар әҙерлеге менән «Эксперт» командаһы республика һәм Рәсәй кимәлендәге турнирҙарҙа уңышлы сығыш яһап, призлы урындарға өлгәшә. Командаға ҡабул ителгән егеттәр өсөн футбол түңәрәге бушлай ойошторола, спорт формаһы ла таратыла. Футболға түңәрәгенә экрандағы телефон һандары буйынса яҙылырға юула.

Беҙҙең спорт мәктәбен тамамлаған егеттәрҙең күбеһе артабан да футбол менән шөғөлләнә. Рәсәйҙә билдәле футбол клубтары спортсылары араһында ла беҙҙең мәктәпте тамамлаусылар байтаҡ. Спорт түңәрәгендә уларҙы бәләкәйҙән футбол уйнарға, маҡсатлы булырға өйрәтәбеҙ.

Александр Скоробогатов, тренер

Флорида Ким