Был турала Ҡаҙағстандың Астана ҡалаһында уҙған матбуғат конференцияһында Владимир Путин белдерҙе.
Дәүләт башлығы билдәләүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн бөгөнгә 222 мең кеше саҡырылған. Уларҙың 33 меңе әленән үк подразделениеларҙа, 16 меңе хәрби бурысын үтәүгә тотонған. Оборона министрлығынан мобилизацияға бәйле бер ниндәй яңы тәҡдим дә юҡ һәм булмаясаҡ та, тине Рәсәй Президенты.
Владимир Путин билдәләүенсә, Украина менән бәйләнеш линияһы бер мең километрҙан ашыу. Бындай араны контракт хеҙмәтендәге хәрбиҙәр генә һаҡлай алмай. Шуға ла Рәсәйҙә өлөшләтә мобилизация иғлан итергә мәжбүр булдыҡ, тине дәүләт башлығы.