Башҡортостанда Йәш сәнәғәтселәр клубының вәкиллеге асылды

Төбәк бүлексәһен Туймазы ҡалаһының «Корона» фабрикаһы директоры урынбаҫары Алмаз Мамлеев етәкләйәсәк.

Илдең йәш сәнәғәтселәр клубы әлеге көндә 30-ҙан ашыу төбәк вәкилдәрен берләштерә. Ул 40 йәшкә тиклемге эшҡыуарҙарҙы бергә туплау маҡсатында ойошторолған. Клуб алдынғы технологияларҙы үҙләштереүгә, үҙ-ара хеҙмәттәшлек итергә, заказдарҙы формалаштырыу өҫтөндә эшләргә булышлыҡ итә.

Ойошма етәксеһе – Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров. Ул төбәк предприятиеларын федераль кимәлгә сығарыу буйынса даими ярҙам күрһәтә. Башҡортостан вәкиллегенең етәксеһе итеп Алмаз Мамлееевты һайлау ҙа осраҡлы түгел, ул илдең «Иң яҡшы 100 төбәк предприятиеһы етәксеһе» конкурсында еңеү яулаған тәжрибәле эшҡыуар.

Сәнәғәтселәр фекеренсә, республикала был тармаҡҡа ныҡлы иғтибар бирелә. Башҡортостандың һөҙөмтәле сәнәғәт сәйәсәте рейтингында икенсе йыл рәттән алдынғы урын биләүе лә ошо даими эшмәкәрлек менән бәйле.

Ҡеүәтле предприятиелар холдингтарға инә, күләмле заказдар менән эшләй. Улар төрлө дәүләт программалары менән дә әүҙем файҙалана. Ә был клубтың төп маҡсаты – урта секторға ярҙам итеү, улар иҡтисадтың төп таянысы булып тора, әммә күп осраҡта иғтибарҙан ситтә ҡала.

Александр Шельдяев, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры

Рәмзиә Кәримова