Бөгөн юл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы

Ул октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә. Башҡортостанда автомобиль юлдары 49 мең километр тирәһе, уларҙың 800 километрға яҡыны федераль әһәмиәттә. Был күрһәткес буйынса республика илдә икенсе урынды биләй. Башҡортостанда юл хужалығында 28 меңгә яҡын кеше эшләй.