Рәсәй Мәғариф министрлығы уҡытыусыларҙы мобилизациянан азат итеү башланғысы менән сыҡты. Ведомство ил хөкүмәтенә шундай мөрәжәғәт ебәргән. Әлегә яуап булмаған. Рәсәйҙә өлөшләтә мобилизация сентябрь аҙағында башланды. 200 меңдән ашыу кеше ҡораллы көстәргә алыныуы тураһына хәбәр ителде.