Башҡортостандың өс ауылы Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы

Иң яҡшы муниципаль тәжрибәләр баһаланды. Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, Йылайыр һәм Николо-Березовка, шулай уҡ Салауат районы Миәшәгәр ауыл советтары проекттары төрлө номинацияларҙа  иң яҡшылары тип  танылды. Лауреаттар  үҫеш өсөн  18-шәр миллион һум ала. Бүләкләү тантанаһы  киләһе йылдың апрелендә  була. - Конкурста биш номинация булды, 1 мең 200 ғариза ҡаралды. Республикабыҙ өсөн лайыҡлы һөҙөмтә, - тип  яҙа  Радий  Хәбиров.