Мәләүездәге «Лико» йәмғиәте Башҡортостанда ғына түгел, бар Рәсәйгә лә билдәле.
2001 йылда нигеҙ һалынған предприятиеһы төҙөлөш, нефть, газ сәнәғәте һәм көнкүрештә ҡулланылған бирсәткә, бейәләй етештештереү буйында алдынғы урынды биләй.
Ошо көндәрҙә хеҙмәткәрҙәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға үҙ продукцияһын оҙатты. Билдәле булыуынса, санкциялар шарттарында күп кенә сит ил компаниялары Рәсәй баҙарынан китергә мәжбүр булды. Был үҙ сиратында сеймал менән ҡатмарлыҡтар тыуҙырҙы.
Шуға ҡарамаҫтан, республикалағы предприятие етештереү күләмен артырыуға өлгәшкән. Бөгөн ул айына 230 мең пар бирсәткә сығара. Сәнәғәт министрлығы мөрәжәғәте буйынса партияларҙың береһе хәрбиҙәргә оҙатылған.
Илдар Байбулатов