Посылкалар хәрбиҙәр мобилизацияланған өс йүнәлешкә оҙатыласаҡ.
Мобилизацияланыусы ир-егеттәрҙең ата-әсәләре, яҡындары улар үтенесе буйынса көндәлек гигиена кәрәк-яраҡтары, йылы эске кейемдәр, бирсәткәләр, боҙолмай торған аҙыҡ-түлек тупланмаһынан, бандероль йыйыған.
Ебәреләһе посылкаларҙың һәр береһендә мобилизацияланыусының тулы исем-шәрифтәре, хәрби әҙерлек үткән частең адресы яҙылған булырға тейеш.
Гүзәл Борханова