Республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған ике фура ылау Өфө районындағы «Башсельхозтехника» предприятиеһы базаһынан 16 октябрҙә ҡуҙғала.
Хәрбиҙәргә кәрәк-яраҡтар туплау менән «Берҙәм Рәсәй» партияһының ирекмәндәр штабы шөғөлләнгән. Бар әйберҙә ҙә хәрбиҙәрҙең үтенестәрен һәм тәҡдимдәрен иҫәпкә алып йыйылған. Яҡташтарыбыҙ айырыуса яҡын кешеләре ебәргән посылкаларҙы оло түҙемһеҙлек менән көтә. Гуманитар ярҙам яҡынса 40 сәғәттән тәғәйен урынға барып етәсәк.
Илдар Байбулатов