Изге эшкә урындағы эшҡыуарҙар, ябай халыҡ ҡушылған. Бөгөн райондың эре предприятиеларының береһе 120 ир-егеткә ылау әҙерләне. Ул был аҙнала Ҡазан ҡалаһына оҙатыла. Ҡабул итеү пунктынан БЮТ ижади төркөмө әҙерләгән яҙмала.
Телефон, плащь һәм фонарь. Ирекмәндәр махсус операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам туплай. Быға тиклем әйберҙәр дөйөм йыйылһа, уҙған ылау тәжрибәһенән сығып, ирекмәндәр посылканы һәр кешегә айырым әҙерләргә ҡарар иткән. Әйберҙәр хәрбиҙәрҙең үтенесен һәм тәҡдимдәрен иҫәпкә алып йыйылған
Һәр ир-егеткә ошондай туристик рюкзак әҙерләнгән, уның ауырлығы яҡынса 20 килограмм. Көндәлек кәрәк-яраҡтар, йылы кейемдәр, дарыуҙар – бер рюкзакҡа 16 предмет һыя. Волонтерҙарға уны йыйырға профессиональ туристар ярҙам итә.
Туристар рюкзактың барлыҡ мөмкинлектәрен ҡулланырға кәңәш итә. Волонтерҙар – эре предприятие хеҙмәткәрҙәре. Улар хеҙмәттәштәренә генә түгел, райондаштарына ла шундай уҡ рюкзактар әҙерләй. Барлығы 120-нән ашыу кеше тыуған яғынан поход шарттарында кәрәкле әйберҙәр аласаҡ.
Райондың төрлө предприятиелары, эшҡыуарҙары көсө менән йыйылған көндәлек кәрәк-яраҡтарын район хакимиәте бинаһына ташынылар. Урындағы икмәк бешереү ойошмаһы яҡташтарына киптерелгән икмәк, оҙаҡ һаҡлана торған продукция ебәргән.
Благовещен йүнселдәре көсө менән йыйылған ылау хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға был аҙнала оҙатыласаҡ.
Лилиә Мәҡсүтова