Октябрьскийҙа мобилизацияланған ир-егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтелде

Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабының Октябрьский ҡалаһындағы бүлеге мобилизацияға саҡырылған ир-егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтә.

Он, ярма, печенье – аҙыҡ-түлек тупланмалары ирҙәрен махсус операцияға оҙатҡан ғаиләләргә тәғәйенләнгән. Уларҙы Октябрьский ҡалаһы эшҡыуарҙары килтергән. Хәйриә сараһына битараф булмаған һәр кем ҡушылған.

Штаб хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ярҙам айырыуса өс йә ике бәләкәй бала менән бер ҡайҙа ла эшләмәүсе йәш әсәйҙәргә күрһәтелә. Һорауҙар менән экранда күрһәтелгән телефон һандары буйынса шылтыратырға мөмкин. 8 (34767) 4 -32-38, 8 (937) 8460275

Мобилизацияға саҡырылыусы ир-егеттәрҙең балаларын мәктәп йәки балалар баҡсаһынан ҡаршы алыу булһынмы, йорт эштәрендә ярҙам итеүме – беҙҙең ирекмәндәр әҙер. Ковид пандемияһы ваҡытынан бирле эшләгән ирекмәндәр башланғысы менән аҙыҡ-түлек тупланмалары йыйылды.

Юлия Функ Октябрьский ҡалаһы буйынса М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы координаторы

Рәмилә Исмәғилева