Подписывайтесь на Bash.News
Рудольф Нуриев исемендәге хореография колледжы студенты Анастасия Каплина Галина Уланова фонды стипендияһына лайыҡ булды.
Мәртәбәле стипендия быға тиклем Ҙур, Мариинский һәм башҡа опера һәм балет театрҙары һәм шулай уҡ Англия короле балеты солистарына тапшырылған.
Конкурста Рәсәй хореография училищеларында, Ҙур театрҙың Бразилиялағы мәктәбендә белем алған 15 студент ҡатнашҡан.
Хис-тойғоға килгәндә, ул айырым тарихҡа торошло. Сөнки күптәр техника менән алдыра, әммә эмоцияны еткерә алмай. Ә ул музыканы ишетеү менән ябай репетиция барышында ла бөтәһенән дә айрылып тора.
Серафима Саттарова, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Анастасия биш йәшенән Сибай ҡала музыка мәктәбенең хореография студияһында шөғөлләнә. Күп тапҡырҙар Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге балет фестивалдәре дипломанты һәм лауреаты булған.
Мин бала саҡтан балетта бейергә хыялландым. Хыялым – сәхнәлә бейеү ине. Бына мин Өфөлә, хореография училищеһында белем алам. Бейегәндә персонаждар роленә инәм, тойғоларын күңелем аша үткәрәм. Киләсәктә һөнәрем буйынса опера һәм балет театрына эшкә урынлашҡым килә.
Анастасия Каплина, Р. Нуриев исемендәге башҡорт хореография колледжы студенты