«Ҡорос. Яугир ат яҙмышы» тип исемләнгән спектаклдә һүҙ 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы составында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан легендар ат тураһында бара.
Тамаша яҙыусы һәм журналист Мөнир Ҡунафиндың әҫәре буйынса ҡуйылған. Ҡуйыусы режиссеры – Айҙар Зарипов. Мәғлүм булыуынса, ике тапҡыр яраланған ат һуғыштан һуң ике йыл үткәс, Миәкә районындағы Илсеғол ауылына маршал Семен Буденныйҙың ҡушыуы буйынса ҡайтарыла.
Урында йәшәүселәр һаман да 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы составынан берҙән-бер тере ҡалған ат тураһындағә хәтирәләрҙе һаҡлай. Киләсәктә районда уның хөрмәтенә һәйкәл дә ҡуймаҡсылар.
Рәзилә Ғиниәтуллина