Дәртле йәшлек йырҙары – һағындырҙың, «Ритайым»

Сибай концерт-театр берекмәһе Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театрында ошондай концерт программаһы менән сығыш яһаны.

Программаның режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, билдәле сәхнә оҫтаһы Гөлназ Аҡназарова. Ул был тамашаны үҙенең юбилейы менән бәйле ойоштора башлай.

Әммә Украиналағы махсус операция башланып, мобилизация иғлан ителгәс концертта ҡатнашҡан 12 егет хәрби әҙерлек үтергә китә. Егеттәрҙең автобуста башҡарған «Шайморатов генерал» йыры видеоһы интернет киңлектәрендә тиҙ таралды.

Тик ижади коллектив Башҡортостан буйлап гастролдәрҙе өҙмәҫкә, үҙҙәре өсөн дә, ил һағына киткән дуҫтары өсөн дә сығыш яһарға хәл итә. Республика ҡалалары буйлап ҡуйылған тамашалар көслө алҡыштар аҫтында үтә.

Өфө тамашасыһы ла сибайҙарҙы тулы зал менән ҡаршы алды. Ә Ҡазан полигонындағы егеттәр менән тура бәйләнеш тамашаның иң тулҡынландырғыс мәле булды. Зал улар менән бергә аяғүрә баҫып «Шайморатов генерал»ды йырланы.

Программалағы сағыу номерҙар 60-сы йылдар фольклоры нигеҙендә төҙөлөп, киске уйын ваҡыттарына алып ҡайта. Дәртле бейеүҙәрҙән башҡа, сибайҙар Өфө тамашасыһына ретро йырҙар тәҡдим итте. Сәхнәгә тәжрибәле артистар менән бергә Сибай концерт-театр берекмәһенең йәш таланттары ла сыҡты.

Рәмзиә Кәримова