Подписывайтесь на Bash.News
Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте, Рәсәй Президенты, Башҡортостан Башлығы менән Хөкүмәте гранты ярҙамында ойошторолған ярыштың төп маҡсаты – насар ишетеүсе һәм бөтөнләй ишетмәгән инвалидтар алдында торған көнүҙәк мәсьәләләргә йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү, улар араһында һөнәри белем биреү институтын үҫтереү, эшкә урынлаша алыу һәләтен арттырыу.
Репетицияла ҡатнашыусы йәштәр DЕАFSKILLS милли чемпионатын асыу тантанаһында ла сығыш яһаясаҡ. Улар араһында туризм, клининг, лаборатор анализ, маникюр сервисы компетенцияһы буйынса ярыштарҙа ҡатнашыусылар ҙа бар.
Өфөлә үтәсәк DЕАFSKILLS милли чемпионатында «маникюр сервисы» компетенцияһы буйынса ярыштарҙа ҡатнашасаҡмын.Һөнәремде яратам, миңә ишетеү һәләте насар булған клиенттар тырнаҡ эшләтергә килә. Милли чемпионаттың еңеүселәр исемлегендә булғым килә.
Элина Хөснөтдинова, DЕАFSKILLS 2-се милли чемпионатында «Маникюр сервисы» компетенцияһы буйынса ярышта ҡатнашыусы
Өфө медицина колледжында 4-се курста уҡыйым. Сәхнәлә сығыш яһау лабортор анализдарын эшләүсе медицина хеҙмәткәре һөнәрен үҙләштереүсе студентҡа ышаныс һәм дәрт өҫтәй. Чемпионатҡа ентекле әҙерләнәм, үҙемде тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтеп, уңыш ҡаҙанырға теләгем ҙур.
Максим Акимов, Dеаfskills 2-се милли чемпионатында «Лаборатор диагностика» компентецияһы буйынса ярышта ҡатнашыусы
Чемпионатта Рәсәйҙең 50 төбәгенән 500 ашыу кеше ,18-35 йәшкә тиклем ишетеү һәләте насар булған йәштәр һөнәри оҫталыҡта ярышасаҡ. Ярыштар 34 компетенция буйынса туғыҙ майҙансыҡта: ВДНХ ЭКСПО күргәҙмәләр залы,»Өфө радилоэлектроника, телекомуникациялар һәм хәүефһеҙлек», «Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ» , «Өфө күп профилле һөнәри колледждарында ойоштороласаҡ
Йәш артистарыбыҙ бик тулҡынлана, сөнки уларға чемпионатты асыу һәм ябыу тантанаһында ҡатнашыу мөмкинлеге бирелде. Улар әлбиттә бик тырыша, репетицияларҙы ҡалдырмайҙар, бынан тыш, DЕАFSKILLS милли чемпинаты ярыштарына ла етди әҙерләнә.
Гөлнара Ғабдуллина, Өфө һаңғырауҙар мәҙәниәт йорто бүлеге мөдире, «Шанс» ымлап йырлау студияһы етәксеһе