Радий Хәбиров “Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стелаһын асыу көнөн атаны. Сара 4 ноябрҙә, Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә, ойошторола. Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, аэропорт яғынан баш ҡалаға инеү урыны яҡшы яҡҡа үҙгәрә бара.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтСтела урынын тауыш биреү юлы менән халыҡ билдәләне. Һәйкәл Ағиҙел йылғаһы ярында автомобиль күперенең уң яғында – Дуҫлыҡ монументы ҡаршыһында ҡуйыла. “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән маҡтаулы исем Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында еңеүгә ҙур өлөш индергән ҡалаларға тапшырыла. 2020 йылдың 2 июлендә Рәсәй Президенты указы менән илдең 20 ҡалаһына, шул иҫәптән Өфөгә, ошондай абруйлы исем бирелде.