Башҡортостанда шәкәрҙең стратегик запасы булдырылырға тейеш

Республика Башлығы Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе. Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса быйыл 275 мең тонна шәкәр етештерелә. Был республика ихтыяжынан өс тапҡырға күберәк. Шәкәр сөгөлдөрө майҙандары ла киңәйтелә. Уҙған йылда 36 мең гектар сәселһә, быйыл 44 меңгә еткерелгән. Киләһе йылда шәкәр сөгөлдөрөн 50 мең гектарҙа сәсеү планлаштырыла.