Башҡортостан хужалыҡтары ташламалы лизинг буйынса техника алған

Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов  белдереүенсә, беҙҙең республика  дәүләт программаларында  әүҙем ҡатнаша был өлкәлә илдә иң яҡшы 4 төбәк рәтендә. Быйыл Башҡортостанға лизинг менән 418 техника килтерелгән. Уларҙың дөйөм хаҡы 2 миллиард 600 миллион һумдан арта.