Өфөлә «Урта быуат Евразияһындағы күсмә цивилизация» ғилми-ғәмәли конференцияһына әҙерлек башланды

Халыҡ-ара кимәлдә ойоштороласаҡ сара билдәле археолог Нияз Мәжитовтың яҡты иҫтәлегенә арнала.

Киләһе йыл тарихсы-ғалимдың тыуыуына 90 йыл тула. Форум Мәжитов уҡыуҙарын күҙ уңында тота. Уның сиктәрендә Башҡортостан тарихы, археологияһы, тарихи-мәҙәни мираҫ ҡомартҡыларына бәйле стенд-күргәҙмәһе ойоштороласаҡ. Улар менән ҡунаҡтарҙы таныштырыу, фекер алышыуҙар көтөлә.

Осрашыуҙың маҡсаты Шишмә районы Турахан кәшәнәһендә киләсәктә музей төҙөүгә ҡайтып ҡаласаҡ. Конференция декабрь башына билдәләнгән.

Азат Ғәлиуллин