Тубыҡ һәм терһәкте һаҡлау сараларын бөтөнләй табырлыҡ түгел йә улар үтә ҡиммәт.
Мобилизацияға саҡырыу ҡағыҙы килгән ир-егеттәргә төрлө магазиндарҙы ҡыҙырырға тура килә. Бер ерҙә аяҡ кейеме арзаныраҡ булһа, икенсе магазинда бирсәткә, йылы эс кейемен түбәнерәк хаҡҡа алырға була.
Һатыусылар хаҡты арттырмаҫҡа тырыша, ләкин тауарҙы ебәреүсе ойошмалар үҙ шарттарын ҡуя. Ҡайһы бер магазиндарҙа һатыусылар ир-егеттәргә кәрәкле әйберҙәр исемлеген төҙөп ҡуйған, тауарҙы күпләп алыусыларға ташлама яһай.
Лилиә Мәҡсүтова