Билдәле булыуынса, төбәк эргәһенән «М-5» юлы үтә. Хәрби-ялан йыйындарына, шул иҫәптән Һамарға юлланыусылар тап ошо трасса менән файҙалана.
Хәрбиҙәр ҡоро паек рәүешендә аҙыҡ-түлек тупланмаһы менән тәьмин ителгән, ә Башҡортостан сигендә яҡташтарыбыҙға кафеларҙың береһендә төшкө аш әҙерләнгән. Мобилизацияланған ир-егеттәр өсөн туҡланыу урыны тәүлек әйләнәһенә эшләй.
Оҙайлы юлдан һуң хәрбиҙәр бында йыуына һәм үҙҙәрен тәртипкә килтерә ала. Күп кенә Ватан һаҡсылары хәрби әҙерлек полигонына ағалары һҙүҙәм улдары менән бара.