Туймазы районында М-5 федераль трассаһын яңы участкаһы файҙаланыуға тапшырылды

Магистраль киңәйтелгән, транспорт ағымдары араһында тимер барьерҙар, яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылған. Һайран-Ҡандра йүнәлешендә юлүткәргес тә төҙөлгән. Яңы юл участкаһын БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин барып күрҙе.

Төҙөлөш тамам. Яңы түшәлгән асфальт өҫтөнән ҡеүәтле техника үтә. Юл киң, һыҙаттары асыҡ күренә. Ҡаршыға килеүсе транспорт та ҡамасауламай. Подрядсы ойошма өсөн федераль трасса участкаһы Башҡортостандағы тәүге объект булыуға ҡарамаҫтан, эш ваҡытында башҡарылған.

Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса юлсыларҙы Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тәбрикләне. Ҡотлау телмәрендә ул, М-5 федераль трассаһының яңы участкаһы Башҡортостандың инфраструктура үҫешенә ифрат ҙур өлөш индереүен дә билдәләне.

Күркәм йола буйынса юл участкаһын сафҡа индереү тантанаһында Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры, хеҙмәт алдынғыларының бер төркөмөн рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Федераль трассаның яңы участкаһы Рәсәйҙең юлдарын киңәйтеү комплекслы системаһын яңыртыу сиктәрендә ғәмәлгә ашырылды. Документ ил президенты тарафынан раҫланған. Уға ярашлы, 2030 йылға тиклем Башҡортостан аша үткән М-5 федераль трассаһын 6 йәки 4 һыҙатлы итеп киңәйтеү ҡарала.

М-5 федераль трассаһының был өлөшөнән тәүлегенә 15 мең самаһы транспорт сараһы үтә. Хәҙер ул тулыһынса заманса хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә. Шуға ла юлдың был өлөшөндә авариялар бермә-бер кәмер тигән фекерҙә белгестәр.

Рафиҡ Әхмәтшин