Башҡорт теленә һөйөү – сәхәйәт аша

«Мин башҡорт телен өйрәнәм» проекты сиктәрендә 200 уҡыусы Ғафури районының иҫтәлекле урындарында ойошторолған ял программаһында ҡатнашты.

Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған проектҡа ярашлы, балалар өсөн саф һауала оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо, Жәлил Кейекбаев музейында Ғафури районында төшөрөлгән фильмдар күрһәтелде. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Милли стилдәге оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар музыка ҡоралдарының тарихы менән танышып үҙҙәренең һәләтен һынап ҡарай. Республика башҡорт гимназияларында уҡыусылар Ғафури ерендә ойошторолған тарихи-мәҙәни сарала тәүгеләрҙән булып ял итте.

Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған проект буйынса мәктәп уҡыусылары төбәктең иҫтәлекле урындарында булды. Уҡлы ҡая эргәһендә сәпкә атыу, йырлау, тиҫтерҙәр менән аралашыу – егет-ҡыҙҙарға ғәҙәти булмаған, иҫтәлекле дәрес булып хәтерҙе ҡалды.

Мәҙәни ял программаһы сиктәрендә уҡыусыларға Башҡортостанда төшөрөлгән фильмдар тәҡдим ителде. Ғафури районында төшөрөлгән кинотаҫмаларҙан өҙөктәр улар өсөн махсус һайлап алынған.

Ғафури районына экскурсияға юлланған балалар күренекле ғалим, яҙыусы, тел белгесе Жәлил Кейекбаевтың музейына ла барҙы . Уҡыусылар билдәле шәхестең тормош юлы һәм ижады менән яҡындан танышты. Балаларға ыңғай тәьҫораттар бүләк итеү өсөн үткәрелгән экскурсия ҡуйылған маҡсатына иреште.

Флорида Ким