Мемориал таҡтаташ йырсы йәшәгән күп ҡатлы йорт диуарына беркетелде.
Сара Ғүмәр Мөғәлләм улының балалары, туғандары, яҡташтары, ижадташ дуҫтары ҡатнашлығында үтте. Сығыш яһаусылар йырсының ярҙамсыл, изге күңелле кеше булыуын телгә алды.
Йыр-моң һөйөүселәр моң эйәһебашҡарыуында «Имәндәр шаулай», «Һағыныу», «Төнгө серенада» кеүек һәм башҡа йырҙарын яратып тыңлай. Ғүмәр Әбделмәновтың башҡарыу манераһы ябайлыҡ һәм ихласлыҡ, үҙенсәлекле моңо менән айырыла.
Йырҙары радио, телевидение эфирында бөгөн дә яңғырай. Оло быуын ғына түгел, йәштәр ҙә халыҡ йырсыһының ижадын яратып тыңлай.
Азат Ғәлиуллин