Республика Башлығының хәрбиҙәр менән бәйләнеш буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов шул турала белдерҙе. Әле ул махсус хәрби операция үткән биләмәлә Миңлеғәли Шайморатов исемендәге ирекле батальон яугирҙары менән бергә йөрөй. Алик Камалетдинов хәбәр итеүенсә, егеттәр хәрби бурысын лайыҡлы үтәй, республикаға сәләм еткерә. Өфөнән йәкшәмбе шайморатовсылар өсөн гуманитар ылау юлға сыҡты. Хәрбиҙәргә резина итектәр, термокейем, йоҡлау кәрәк-яраҡтары, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек, эш ҡоралдары ебәрелде.