Башҡортостанда өлөшләтә мобилизацияның ваҡытынан алда тамамланыуы көтөлә

Республика хәрби комиссары Михаил Блажевич “Бизнес ФМ Өфө” радиоһына интервьюла шулай тип белдерҙе. “Өлөшләтә мобилизация план буйынса алып барыла, Ҡораллы көстәр сафына саҡырыу 28 октябргә тиклем тамамланырға тейеш”, - тине баш хәрби комиссар.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Өлөшләтә мобилизацияға ярашлы, Рәсәй Ҡораллы көстәр сафына 300 мең егет алына. Ҡайһы бер төбәктәр планды үтәгән. Быға тиклем Президент Владимир Путин мобилизация киләһе ике аҙнала тамамлана тип белдергәйне.