Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Мәртәбәле бүләк газ ҡыуыу двигателен, күҙ ауырыуын дауалау алымын уйлап тапҡан ғалимдар, шулай уҡ ковид-госпиталдәр проектын әҙерләгән белгестәргә тапшырыла. “Лауреаттар барыһы ла премияға лайыҡлы. Улар республика үҫеше өсөн ҙур өлөш индергән шәхестәр”, - тип иҫәпләй иҡтисад фәндәре докторы Азат Йәнгиров. Ул ковид-госпиталдәр концепцияһын әҙерләгән, бинаны проектлаған һәм төҙөгән төркөмдөң эшенә ҙур баһа бирҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтКовид-госпиталдәр Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы һәм Сибай ҡалаларында төҙөлдө. Проект илдә лә танылыу тапты. Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә республикалағы кеүек инфекция дауаханалары һалынды.