Республикала һуңғы өс йылда сүп-сар һауыттары һәм контейнер майҙансыҡтары өс тапҡыр артҡан

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов шулай тип белдерҙе. Ул Хөкүмәттә үткән опратив кәңәшмәлә сығыш яһаны. Башҡортостанда бөтә ауыл һәм ҡалаларҙа ла ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу ойошторолған. 24 мең майҙансыҡ булдырылған. Сүп-сарҙы айырып йыйыу өсөн федераль ҡаҙнанан 168 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән. “Башҡортостанда рөхсәтһеҙ сүплектәрҙе юҡ итеү эше лә әүҙем бара”, - тине ведомство етәксеһе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу мәсьәләһен Хөкүмәт даими контролдә тота. Һәр дүшәмбе ошо темаға арналған кәңәшмә үтә. “Эште дауам итегеҙ”, - тине Республика Башлығы Радий Хәбиров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт