“Мәжитов уҡыуҙары” конференцияһында төрлө илдәрҙән тарихсылар ҡатнашырға теләк белдергән

Өфөлә сараға әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты ултырышы уҙҙы. Фәнни форум 3-4 декабргә тәғәйенләнгән. Унда Рәсәй төбәктәре, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Әзербайжан һәм башҡа илдәрҙән ғалимдар килеүе көтөлә. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев әйтеүенсә, конференцияла археологияла яңы алымдарҙы ҡулланыу мәсьәләһе ҡарала. 

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Нияз Мәжитов – тарих фәндәре докторы, археолог. Уның фәнни хеҙмәттәре Көньяҡ Уралдың тимер быуатҡа һәм урта быуаттарға ҡараған археологик мәҙәниәттәре һәм ҡомартҡыларын өйрәнеүгә, башҡорттарҙың этногенезы мәсьәләләренә арналған.