Владимир Путин хәрбиҙәргә ваҡытында түләргә ҡушты

Мобилизация  буйынса Ҡораллы көстәргә алыныусылар ай  һайын кәмендә 195 мең һум түләнергә тейеш. Ил президенты Владимир Путин бөгөн Именлек советы  ултырышында шулай  тип белдерҙе. - Әҙерлек ваҡыты ла иҫәпкә  алына, бөтә  хәрбиҙәрҙе  кәрәк-яраҡ  менән тәьмин итергә тейешбеҙ, - тине  ул.